Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
26 Апрель 2021, 06:00

Донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина Польшалағы уйында титулын яҡлай

Польшала шашка буйынса ғәмәлдәге донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина (Өфө, Рәсәй) һәм дәғүәсе Наталия Садовска (Варшава, Польша) араһында халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеме өсөн уйын бара.

Әле иҫәп Польша спортсыһы файҙаһына 20:16. Матч туғыҙ раундтан тора, һәр береһендә 12-шәр мәрәй уйнатыла. Уйында еңеүсе 54-тән күберәк мәрәй йыйырға тейеш. Бөгөн ял, шишәмбе, 27 апрелдә, матч дауам итә.
Донъя тажы өсөн алыш 3 майҙа тамамлана. Яҡташыбыҙҙың алышын халыҡ-ара шашка буйынса донъя чемпионы исеме өсөн матчтың сайтында күҙәтеп барырға мөмкин.
Башинформ.
Читайте нас