Улар Олимпия уйындарында ҡатнашыуға дәғүә итеүсе Европа чемпиондары. Был тағы ла бер тапҡыр Өфө менән Республика бадминтон мәктәбе юғары кимәлдә булыуын күрһәтә.
Руслан Хәбибов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры
Артабан башҡорт спортсыларына оҙаҡ ял итергә тура килмәйәсәк. Әле Олимпия уйындарына һайлау этабының иң ҡыҙыу осоро. Родион менән Алинаны ай аҙағында Сингапурҙа уҙасаҡ хәл иткес турнир көтә. Бурыс ябай түгел – донъяның иң лайыҡлы 16 пары иҫәбенә эләгеү.