Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
21 Май 2021, 07:05

Хәйриә ярышына саҡырабыҙ!

23 майҙа Стәрлетамаҡта «БСК ярышы» хәйриә ярыммарафоны уҙа. Ярыммарафонды асыу Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе алдында (Ленин проспекты, 30в) була.Күмәк ярышты ойоштороусы - Башҡорт сода компанияһы. Химиктар көнөнә арналған сара «Оло Химия аҙналары» сиктәрендә үтә.

Хәйриә ярышы – ул спорт һөйөүселәрҙең оло байрамы. Ярышта ҡатнашыусыларҙы фотозоналар, күңелле уйындар, фудкорт, билдәле алып барыусылар һәм спортсылар, приздар һәм бүләктәр көтә.
Ярыммарафонда йыйылған аҡсалар Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәп-интернаттың спорт комплексын булдырыуға ебәреләсәк.
Ярыммарафонда ҡатнашыусылар 2, 5, 10 йәки 21,1 км араны йүгереп үтәсәк. 9 йәшкә тиклемге балалар өсөн йүгереш 100-400 метр (йәмғеһе 100 урын), уларға теркәлеү бушлай.
Һәр ҡатнашыусы футболка һәм «БСК» АЙ-нең сувенир продукцияһы менән старт пакеты, ә финишта – миҙал аласаҡ.
Старт пакеттары 22 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-нән 17-гә тиклем Ленин проспекты, 30в адресы буйынса бирелә. Сит ҡалаларҙан килеүселәргә старт пакеттары ярыш көнөндә: 23 май сәғәт 8.30-ҙан 9.30-ға тиклем тапшырыла. Ярыммарафон балалар стартынан сәғәт 9.30-ҙа башлана, ярыммарафонды асыу - сәғәт 10.00-дә. 10.20 сәғәттә 5 һәм 10 км-ға беренсе ярыш, 10.30 сәғәттә – 21,1 км-ға. 2 км-ға йүгереүселәр сәғәт 13.30-ҙа старт ала.
Ҡатнашыусыларҙы бүләкләү – сәғәт 14.00-дә.
Теркәлеү өсөн һылтанма:
«БСК» айкционерҙар йәмғиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге мәғлүмәттәре буйынса Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

Читайте нас