Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
4 Июнь 2021, 08:30

Ямғыр тип торманылар

Кисә Стәрлетамаҡта велосипедта уҙыш үтте. Акция Бөтә донъя велосипед көнө уңайынан уҙғарылды.

Ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, сарала утыҙҙан ашыу велосипедсы ҡатнашты, тип хәбәр итәләр урындағы "Йәш гвардия" бүлегенән. Улар, Октябрь проспектынан Ҡаранай Моратов урамына тиклем, Төҙөүселәр урамы буйлап үтте.
Сарала ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Михаил Григорьев, Альберт Шәйхетдинов, Радик Ғәлиев, физик культура һәм спорт комитеты рәйесе Юрий Селивёрстов, шулай уҡ ирекмәндәр һәм ҡатнашырға теләүсе һәр кем ҡатнашты.
Р.УСМАНОВА.
Читайте нас