Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
7 Июнь 2021, 12:35

Ямғыр моңона тәгәрмәс көйө ҡушылды

Бөтә донъя велосипедсылар көнө уңайынан ҡаланың был төр спортҡа битараф булмаған бер төркөм граждандары йылдағыса, ямғыр тип тормай, үҙ-ара көс һынашырға, күңел өсөн генә велосипедта йөрөп килергә йыйылды. Уларға ҡарап һоҡланып, үҙебеҙҙең йәшлек йылдарын, әлеге төр транспортта урам буйлап елдергән саҡтарҙы иҫкә төшөрмәй булдыра алманым.

Велосипедсылар Октябрь проспектынан алып Ҡаранай Моратов урамына тиклем барҙылар.
Әүҙем велоспортсылар араһында ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Михаил Григорьев, Альберт Шәйхетдинов, Радик Гәрәев, йәштәр сәйәсәте буйынса бүлек начальнигы Азат Күскилдин, Физик культура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Юрий Селиверстовтарҙың булыуы сараның әһәмиәтен арттырҙы. Өҫтән ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, волонтерҙар бейеп кәйефтәрҙе күтәреп торҙо. Шуға күрә Ҡаранай Моратов урамына тиклем велосипедта елдерергә теләүселәрҙең һаны күбәйгәндән күбәйде. Ойоштороусылар – ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса бүлеге һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия”сылары алдан уйлағанса был сарала кәм тигәндә 100 велосипедсы ҡатнашырға тейеш булған. Ямғыр яуыу сәбәпле, башта ике тиҫтә, аҙаҡ яйлап ҡына күберәк халыҡ йыйылды, артабан иһә дәртләнеп китеп, спортсылар тағы өҫтәлде...
Был сарала ғына түгел, киләсәктә ғөмүмән велоспортҡа йыл әйләнәһенә ылығыусылар, спортты яратыусылар атҡандан-арта барһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Сергей КРАМСКОВ фотоһы.
Читайте нас