Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
8 Июнь 2021, 12:25

АЯҘЫТҠАН КӨНДӨ - МАРАФОН

Ҡалабыҙҙың «Содасылар» паркында Рәсәй экологияһы, Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө уңайынан йүгереү буйынса марафон үтте. Быйыл ул туғыҙынсы тапҡыр үткәрелде.

Йәшенле ямғырҙарҙан һуң аяҙ килгән шәмбелә «Содасылар» паркында беҙ килгәнсе үк халыҡ йыйылып өлгөргәйне. Бында үҫмер спортсылар үҙҙәренең уҡытыусылары менән килһә, ҡыҙҙар[1]егеттәр һәм тәжрибәле өлкәндәр барыһы ла Йәшел марафонда ҡатнашырға бик теләп килгәндәр. Спорт байрамын алып барыусы көйәрмәндәрҙе концерт буласаҡ майҙансыҡҡа саҡырғас, еңел атлетика һөйөүселәрҙе хакимиәттең физкультура һәм спорт буйынса комитет рәйесе Юрий Селиверстов һәм Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлеге идарасыһы урынбаҫары Ян Хуторянский ихлас сәләмләне һәм тәүге килгән 10 еңеүсегә махсус бүләк әҙерләүҙәрен әйтте. Сәхнәлә йәш бейеүселәр бейеп кенә ҡалманы, ә уларҙың һәр сығышы акробатик номерҙар менән оҙатылып барҙы. Шулай уҡ билдәле спортсы Олег Тумашевич тамашасылар менән үткәргән спорт күнегеүҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы, һәр кем уның артынан ҡалмайынса ҡабатлап торҙо. Шулай уҡ танылған «Павильон» төркөмөнөң һәр йыры көслө алҡыштарға күмелде. Ә инде ярыштарға килгәндә, башта 7-10 йәштәрҙәге кесе төркөм өсөн старт иғлан ителде, улар 500 метрға йүгерҙе. Уларҙың артынан 11- 14 йәшлектәргә йүгерергә мөмкин булды. Иң аҙаҡтан 15 йәшлек һәм унан да өлкәнерәк спортсылар ярышты. Еңеүселәргә һәм призерҙарға миҙалдар һәм Һаҡлыҡ банкы әҙерләгән ҡыйбатлы бүләктәр тапшырылды. Сара тирә-яҡты һаҡлауға һәм киләһе быуынға таҙа ер-һыу ҡалдырырға тигән маҡсаттан сығып ойошторолдо.
Римма ҒӘЛИМОВА
. Сергей КРАМСКОВ фотоһы.
Читайте нас