Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
22 Июнь 2021, 07:11

РӘСӘЙ ФУТБОЛСЫЛАРЫ ЙӘНӘ ТӨШӨП ҠАЛДЫ

Кисә Рәсәй йыйылма командаһынан еңеү көтөп ҡалған инек. Әммә теләктәребеҙ аҡланманы. Киреһенсә, ҙур иҫәп менән Дания командаһынан еңелеп Евро-2021-гә нөктә ҡуйҙыҡ. Кем ғәйепле? Тренерҙы алмаштырырға, командаға йәштәр әҙерләргә? Һәр турнир һайын был турала һөйләбеҙ, әммә түңәрәк туп һаман да футболсыларыбыҙҙың аяғына килешеп китә алмай.

Командабыҙ быйыл һайлап алыуҙың В төркөмөндә уйнаны. Тәүге уйында футболсыларыбыҙ Бельгия менән осрашты һәм ҡаршылаш команданың өс тубына яуап ҡайтара алманы. Уйын, 3-0 иҫәбе менән тамамланды. Уйынсыларыбыҙ был еңелеүҙән һуң, хаталарын төҙәтергә вәғәҙәләп ғәфү үтенде. Һәм ысынлап та, икенсе уйында Финляндияны бер тупҡа ғына айырма менән булһа ла ҙур еңеү ала алдылар. Шулай ҙа финдарҙың командаһы башҡалар менән сағыштырғанда әллә ни көслө түгел. Эксперттар уларҙы төркөм уйындарына осраҡлы ғына килеп инде, тигән баһа ҡуя ине. Осраҡлы ғына килеп ингән команда, турнир селтәрен бутаны тиһәң дә була.
Рәсәй командаһының турнирҙағы артабанғы яҙымышын бөгөн төнөн булған өсөнсө уйын хәл итте. Уйын алдынан Данияның бер мәрәйе лә юҡ ине, ҙур мотивация менән сыҡҡан команда үҙенең көйәрмәндәрен шатландыра алды. Улар уйын барышында дүрт туп индереп Рәсәй командаһын турнирҙан ҡайтарып ебәрҙе. Командабыҙ киләһе йылдарға сәләм биреп, пенальтиҙан бер туп сәпәүен сәпәне, тик был әҙ. Уйын, 1-4 иҫәбе менән тамамланды.
Командабыҙ Евро-2021-ҙә чемпион була алманы, көйәрмәндәрҙе йәл булһа ла, командабыҙҙы Германия, Франция, Португалия йыйылма командалары менән тиң сағыштырып булмай тип тура әйтергә кәрәк.
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас