Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
1 Июль 2021, 06:47
ПУТИН ТОКИО УЙЫНДАРЫНДА ҠАТНАШАСАҠ СПОРТСЫЛАРҒА ЕҢЕҮҘӘР ТЕЛӘНЕ
Рәсәй Президенты Владимир Путин Токиола үтәсәк Олимпиадала ҡатнашыусы Рәсәй олимпия йыйылма командаһы менән осрашты. Ул уйындарҙа ҡатнашыусы һәр спортсы өсөн бөтә ил менән кеүәтләп торасаҡтары тураһында билдәләп үтте һәм еңеүҙәр теләне.
«Буласаҡ олимпиаданы, һеҙҙең сығыштарығыҙҙы ҡарап бөтә ил менән һеҙҙең өсөн күңелебеҙҙә, йөрәгебеҙҙә булған йылылыҡ менән дәртләндереп, ҡеүәтләп торасаҡбыҙ. Еңеүҙәр менән ҡайтығыҙ, тағы ла осрашырбыҙ дуҫтар», - тине ил президенты.
Олимпиада 23 июль – 8 август көндәрендә үтәсәк. Был уйындар 2020йылда үтергә тейеш ине, коронавирус пандемия араҡаһында сара күсерелде.
#Путин
#Президент
#ПрезидентРФ
#ВладимирПутин
#Олимпиада
Автор:
Эльдар Фаттахов
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"