Улар бында башланғыс хәрби әҙерлек курсы үтә һәм хәрби хеҙмәт серҙәренә төшөнә. Үҫмерҙәр казарманы һәм тирә-яҡты тәртиптә тота, ҡарауыл хеҙмәтен алып бара һәм тәүлек әйләнәһенә дежерлыҡ итә, быларҙың барыһы ла буласаҡ ил һаҡсылары тормошоноң бер өлөшөнә әйләнә.
Лагерь биләмәһендә көн һайын хәрби эш буйынса уҡыу-тактик һәм һәм теоретик дәрестәр, ҡул һуғышы буйынса тренировкалар, командаларға белем биреү буйынса тренингтар һәм стресҡа бирешмәүсәнлек буйынса уҡыу дәрестәре үтәсәк.
Етди тренировкалар уҙғарыр өсөн лагерҙа алты тапҡыр туҡланыу ойошторолған, эпидемиологик хәлгә бәйле бөтә нормалар ҙа үтәлә. Бөтә хеҙмәткәрҙәр һәм ҡатнашыусылар медицина тикшереүе һәм пцр тест үткән. 9 июлдә үҫмерҙәрҙең барыһы ла илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булырға хәрби ант ҡабул итте, һәм ҡултамғаларын ҡуйып ант бирҙе.
Р.ЗАМАНОВА.