Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
15 Ноябрь 2021, 06:38

Эдуард Латипов биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Рәсәй исеменән сығыш яһай

27 ноябрҙә Швецияның Эстерсунд ҡалаһында биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Башҡортостан спортсыһы Эдуард Латипов сығыш яһай.

Эдуард Латипов биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Рәсәй исеменән сығыш яһайЭдуард Латипов биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Рәсәй исеменән сығыш яһай
Эдуард Латипов биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Рәсәй исеменән сығыш яһай

 Был турала Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы хәбәр итте. Шулай уҡ Халыҡ-ара беренселектә Александр Логинов, Матвей Елисеев, Евгений Гараничев, Кәрим Хәлили һәм Александр Поварницын ҡатнаша.

Тағы бер яҡташыбыҙ — Антон Бабиков — Швецияның Идре ҡалаһындағы IBU кубогында Никита Поршнев, Даниил Серохвостов, Ильнас Мөхәмәтйәнов, Василий Томшин һәм Кирилл Стрельцов менән бергә сығыш яһай.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас