Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Спорт
3 Декабря 2021, 11:05

БИЛДӘРЕ НЫҠ БУЛЫП СЫҠТЫ

Стәрлетамаҡта Көрәш буйынса Башҡортостан чемпионаты үтте – Марат, бирешмә!– Илфат, йә-йә, ваҡытты һуҙа ул, йәһәт кенә!– Уҫалыраҡ бул, уҫалыраҡ!..– Көсөң менән генә түгел, башың менән дә эшлә!

БИЛДӘРЕ НЫҠ БУЛЫП СЫҠТЫБИЛДӘРЕ НЫҠ БУЛЫП СЫҠТЫ
БИЛДӘРЕ НЫҠ БУЛЫП СЫҠТЫ

Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжына барып ингәндә Башҡортостандың көрәш буйынса чемпионатының ҡыҙған ғына мәле ине. Келәмдә ике батыр көс һынаша. Тәжрибә һәм йәшлек дәрте алыша. Ишембайҙан килгән Марат Лоҡманов менән Өфөнән Илфат Кинйәғоловтың көрәше ине ул. Инде Марат мәрәйҙәр буйынса еңеп килә, нисек тә уйын аҙағына тиклем көстө бөтөрмәҫкә, булған мәрәйҙе һаҡларға... Тик Илфат сосораҡ булып сыҡты – йәһәт кенә күтәрә лә һала... Был, әлбиттә, ике көн барған уйындың шәп мәлдәренең береһе генә ине. Шулай хистәргә лә, көстәргә лә, дәрттәргә лә бай булды чемпионат!

Республиканан барлығы 19 команда ҡатнашты был сарала. Стәрлетамаҡ, Белорет, Салауат, Әбйәлил, Стәрлебаш һәм башҡа райондарҙан килгән спортсылар бил һынаны – 2002 йылғы һәм унан өлкәнерәк егеттәр көрәште.

Көрәш майҙаны гөрләй, келәм батырҙарында сәм етерлек, әммә шул уҡ ваҡытта был спорт төрөнә республикала һуңғы йылдарҙа иғтибар артыуы ла ҡыуандырмай ҡалмай. Сәм тағы арта, спорт төрө нығына бара. Әлеге сараға Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизовтың килеүе үҙе мәртәбә булды.

– Беҙҙең стәрлетамаҡтар өсөн көрәш – спорт төрө генә түгел, ә йәшәү мәғәнәһе, – тине көрәш-селәрҙе сәләмләп Рөстәм Фәрит улы.

Көрәш булғас, майҙан еңеүсе-һе лә була: Башҡортостандың яңы чемпиондары исеменә 9 номинацияла лайыҡ булдылар. Шуныһы һөйөнөслө: тәүге баҫҡыстарҙа стәрлетамаҡтар ҙа бар! Мәҫәлән, 80 кг ауырлыҡта чемпион булған Илгизәр Ҡан-тимеров, 70 кг ауырлыҡта 2-се урын яулаған Айнур Собханғолов нәҡ беҙҙең егеттәр. Бынан тыш, тыуған ере – Әбйәлил районы өсөн көрәшһә лә, 60 кг ауырлыҡтар араһында тәүге урынға сыҡҡан Ғаяз Шоғоров беҙҙең ҡалала белем ала – Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжының 3-сө курс студенты.

Ҡала етәксеһе әйткәнсә, ошон-дай гөрләп торған майҙандар күбе-рәк булғанда, келәмдәр йышыраҡ йәйелгәндә, спорт та үҫешер, көслө рухлы, айыҡ тормош алып барған, тормошта үҙ урынын тапҡан егеттәр ҙә күбәйер! Тормош – үҙе үк көрәш, тиҙәр бит. Тимәк, келәмдә үҙен нығытҡан был егеттәргә тормошта ла еңелерәк булыр!

БИЛДӘРЕ НЫҠ БУЛЫП СЫҠТЫ
БИЛДӘРЕ НЫҠ БУЛЫП СЫҠТЫ
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас