Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Спорт
13 Декабря 2021, 11:58

Эдуард Латипов Рәсәй йыйылма командаһы менән биатлон буйынса бронза яуланы

12 декабрҙә Австрияла (Хохфильцен) биатлон буйынса Донъя кубогының өсөнсө этабы тамамланды. Ир-егеттәр 4х7.5 саҡрымлыҡ эстафетала уҙышы.

Эдуард Латипов Рәсәй йыйылма командаһы менән биатлон буйынса бронза яуланыЭдуард Латипов Рәсәй йыйылма командаһы менән биатлон буйынса бронза яуланы
Эдуард Латипов Рәсәй йыйылма командаһы менән биатлон буйынса бронза яуланы

Быйылғы Донъя кубогы миҙгеленең икенсе эстафетаһында Норвегия спортсылары еңеү яуланы. Француздар, уларҙан 21,2 секундҡа ғына ҡалышып, көмөш призер булды.

Рәсәй командаһы – Василий Томшин, Даниил Серохвостов, Александр Логинов һәм Эдуард Латипов (Башҡортостан) бронза миҙалдар яуланы, тип хәбәр итте Башҡортостан Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Швецияның Эстерсунд ҡалаһында быйылғы Донъя кубогы миҙгеленең беренсе эстафетаһында рәсәйҙәр өсөнсө урынды алды.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас