Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
14 Декабрь 2021, 05:26

Семён Елистратов Пекиндағы Олимпиадала ҡатнаша

Өфө спортсыһы Семён Елистратов Пекиндағы XXIV ҡышҡы Уйындарҙа ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең йыйылма командаһына индерелде. Ҡытайҙың баш ҡалаһы уларҙы 2022 йылдың февралендә ҡабул итә. 

Семён Елистратов Пекиндағы Олимпиадала ҡатнашаСемён Елистратов Пекиндағы Олимпиадала ҡатнаша
Семён Елистратов Пекиндағы Олимпиадала ҡатнаша

Рәсәйҙең йыйылма командаһы:

Ир-егеттәр:

Семён Елистратов

Константин Ивлиев

Павел Ситников

Денис Айрапетян.

Ҡатын-ҡыҙҙар:

Елена Серёгина

Софья Просвирнова

Екатерина Ефременкова

Анна Вострикова

Вера Рассказова.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Елистратов Сочиҙа «алтын» (2014) һәм Пхёнчханда «бронза» (2018) миҙалдар яулағайны. 

2022 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындары 4 февралдән 20-һенә тиклем уҙғарыла. Әйткәндәй, Ҡытайҙың баш ҡалаһы ҡышҡы һәм йәйге Олимпиада (2008 йыл) үткәрелгән тәүге ҡала булмаҡсы, тип хәбәр итә Башинформ.

Автор:
Читайте нас