Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
23 Декабрь 2021, 08:44

Аделина Заһиҙуллина Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланы

Өфөнән фехтование буйынса олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина наградалары менән ҡыуандыра. Ошо көндәрҙә Смоленскиҙа рапирасы Рәсәй кубогында тәүгеләрҙән булып алтын миҙал яуланы.

Аделина Заһиҙуллина Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланыАделина Заһиҙуллина Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланы
Аделина Заһиҙуллина Рәсәй кубогында алтын миҙал яуланы

Заһиҙуллина 83 ҡатнашыусы араһында иң шәп спортсы булды, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фехтование федерацияһының матбуғат хеҙмәтенән.

Пьедесталдың икенсе баҫҡысында — Петербург вәкиле Александра Сундучкова, өсөнсө урынды Мәскәүҙән Светлана Трипалина һәм Татарстандан Марта Мартьянова бүлеште.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас