Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Спорт
23 Декабрь 2021, 11:21

Тамара Танһыҡҡужинаға атҡаҙанған спорт мастеры тигән маҡтаулы исем бирелде

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Республикаһы Шашка федерацияһының башҡарма комитет рәйесе, Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, Халыҡ‑ара шашка уйындары буйынса халыҡ‑ара гроссмейстер, күп тапҡыр донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионы, Халыҡтар Дуҫлығы, Салауат Юлаев ордендары кавалеры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужинаға атҡаҙанған спорт мастеры тигән маҡтаулы исем бирелде.

Тамара Танһыҡҡужинаға атҡаҙанған спорт мастеры тигән маҡтаулы исем бирелдеТамара Танһыҡҡужинаға атҡаҙанған спорт мастеры тигән маҡтаулы исем бирелде
Тамара Танһыҡҡужинаға атҡаҙанған спорт мастеры тигән маҡтаулы исем бирелде

Был исем Рәсәйҙең Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы тарафынан юғары ҡаҙаныштар, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы, илебеҙ спортын халыҡ-ара кимәлгә сығарыуҙа абруйын күтәреүгә индергән ҙур өлөш өсөн бирелә.

Күптән түгел Польшала үткәрелгән ярыштарҙа ла яҡташыбыҙ юғары күрһәткескә өлгәште. Ул халыҡ-ара шахмат буйынса ярыштарҙа икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яуланы.

Беҙ Тамара Михайловнаны ошондай юғары исемгә лайыҡ булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәремде еткерәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, тағы уңыштар теләйбеҙ.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:
Читайте нас