Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Спорт
2 Февраля 2022, 10:00

Башҡортостанда трейл буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторола

«Малидак» халыҡ-ара спорт фестивален — трейл (еңел атлетика) буйынса Рәсәй чемпионатын ойоштороусылар илдең 40 төбәгенән атлеттар өсөн алты трасса әҙерләй. Чемпионат 2022 йылдың 13 авгусында Башҡортостандың мәғрүр тауҙарында үткәрелә.

Башҡортостанда трейл буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторолаБашҡортостанда трейл буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторола
Башҡортостанда трейл буйынса Рәсәй чемпионаты ойошторола

«Фестивалдә скандинав/төньяҡ йөрөшө буйынса төбәк-ара ярыштар ойошторола, ә балалар, йүгереүҙә ҡатнашып, финишта бүләк оторға мөмкин. Башҡорт ҡунаҡсыллығын ихтирам иткәндәр өсөн спортты һәм башҡорт халҡының милли эсемлеге ҡымыҙға һөйөүҙе берләштергән ярыштар уҙғарыла», — тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.

2021 йылда «Малидак» проекты ваҡиғалы туризм һәм спорт өлкәһендәге наградаларға һәм премияларға лайыҡ булды: «Иң яҡшы социаль проект», «Йыл маршруты», «Иң яҡшы спорт ваҡиғаһы», «Иң яҡшы туристик бренд». 2022 йылда фестиваль милли кимәл — трейл буйынса Рәсәй чемпионаты статусы менән үткәрелә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас