

Бығаса республикабыҙҙан Олимпиадаға ул тиклем спортсы йәлеп ителгәне юҡ ине. БР спорт министры Руслан Хәбибов хәбәр итеүенсә, Рәсәй йыйылма командаһына 13 спортсы төп кандидат булараҡ һәм бер спортсы резервҡа алынған. Олимпиада сараларын ҡарағанда, биатлонсы Эдуард Латипов, шорт-трексы Семен Елистратов, бобслейҙа Юлия Беломестных, Ростислав Гайтюкевич, скелетонда Александр Третьяков ҡатнашлығында үткән ярыштар теҙмәһен алдан уҡ үҙегеҙгә теркәп ҡуйһағыҙ ҙа була. Шулай уҡ, “Ағиҙел” ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһының бер юлы ете уйынсыһы: Мария Сорокина, Мария Печникова, Анна Шибанова, Илона Маркова, Вероника Коржакова, Ольга Сосина һәм Полина Лучникова (запаста) Рәсәйҙең йыйылма командаһы составына инде.
Шулай уҡ, “Салауат Юлаев” хоккей командаһының һөжүмсеһе Александр Кадейкин да ирҙәр йыйылма командаһына саҡырылды. Әлегә ул да запас уйынсы булып тора, шулай ҙа уны ла боҙҙа күрербеҙ тип ышанабыҙ. Әйткәндәй, беҙҙең хоккей көйәрмәндәре Финляндия хоккей командаһы уйындарын да күҙәтеп барыр күрәһең, сөнки унда “Салауат Юлаев” хоккей командаһының легионерҙары Теему Хартикайнен, Саккари Маннинен, Маркус Гранлунд уйнаясаҡ. Рәсәй һәм Финляндия йыйылма командаларының көсөн иҫәпкә алғанда, республика клубы вәкилдәренең финалда алтын миҙалдар өсөн бер-береһенә ҡаршы сығыу иғтималлығы ҙур.
Коронавирус арҡаһында алмашҡа һәм резервҡа ҡуйылған спортсылар күберәк быйыл, шулай биатлонсы Антон Бабиков та резерв булараҡ йыйылма команда составына индерелгән. Эпидемиологик хәл торошто иҫәпкә алып, Олимпиада ойоштороусылары ҡәтғи саралар күрә, спортсылар Ҡытайға ингәнсе һәм унда барып еткәс коронавирусҡа анализдар тапшыра. Әгәр ҙә спортсы ауырып китһә, уны һауыҡҡанға тиклем дауаханан сығармаясаҡтар, тимәк уға алмаш кәрәк буласаҡ. Шулай ҙа был уйындарҙа Рәсәйҙә етештерелгән вакцинаны инҡар итмәйҙәр, тик вакцина яһатҡан осраҡта ла анализ тикшереүҙәрен бөтәһе лә талап ителәгәнсә үтеп торасаҡ.
Коронавирус, битлектәр, вакцина кеүек һүҙҙәр спортсыларҙың башын бутамаһын ине, уйҙарында һәр ваҡыт сәм, миҙал, еңеү кеүек һүҙҙәр яңғырап торһон. Юғиһә сикләүҙәр һәр ваҡыт була, WADA Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ сығарған санкцияларҙы ла онотмайыҡ. Рәсәй йыйылма командаһы быйыл да “Рәсәй Олимпия Комитеты” исеме аҫтында сығыш яһаясаҡ, милли флаг һәм дәүләт гимны ла тыйылған. Алтын миҙал яулап подиумға күтәрелгән осраҡта гимн урынына Петр Чайковскийҙың концертынан өҙөк яңғыраясаҡ. Ә беҙ был моңдо түҙемһеҙләнеп көтөп алырбыҙ, сөнки тәү мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәй Олимпия атлеттары 30-ға яҡын миҙалға дәғүә итә.
Үҙ сиратыбыҙҙа яҡташтарыбыҙға уңыштар теләп ҡалабыҙ! Башҡортостанға ла алтын миҙалдар ҡайтһын!