Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Спорт
11 Февраль 2022, 09:53

Александр Большунов Пекиндағы Олимпиадала икенсе миҙалын яуланы

25 йәшлек Рәсәй саңғысыһы Александр Большунов Пекинда барған Олимпия уйындарында үҙенең икенсе миҙалын яуланы.

Александр Большунов Пекиндағы Олимпиадала икенсе миҙалын яуланыАлександр Большунов Пекиндағы Олимпиадала икенсе миҙалын яуланы
Александр Большунов Пекиндағы Олимпиадала икенсе миҙалын яуланы

Спортсы скиатлонда «алтын» алғандан һуң классик стилдә 15 саҡрымлыҡ дистанцияла призлы урынға сығыу өсөн махсус рәүештә спринт ярышында ҡатнашманы. Большуновта — «көмөш». Илебеҙ спортсыһы фин саңғысыһынан ғына ҡалышты.

Әйткәндәй, был саңғысының шәхси иҫәбендә алтынсы олимпия наградаһы һәм дүртенсе «көмөш» миҙалы. Большунов тағы ла өс дисциплинала почёт пьедесталындағы урын өсөн көрәшергә йыйына.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас