

Спорт министры һүҙҙәренсә, ҡыҙҙар өсөн бөтә Башҡортостан янып-көйгән.
«Иң мөһиме, һеҙ бөгөн ҡайттығыҙ. Илдең олимпия йыйылмаһында республиканың бындай вәкиллеге бер ҡасан да булғаны юҡ ине», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.
«Ағиҙел» ҡыҙҙары батырлыҡ күрһәтмәһә лә, был уйындарҙа алынған тәжрибә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында, Универсиадала һәм киләһе Олимпиадаларҙа мотлаҡ кәрәк булыр», — тине Александр Семак.
Хоккейсылар аэропортта бындай осрашыуҙы көтмәгәнен һәм көйәрмәндәргә уларҙың ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Олимпия комитетының Пекиндағы ҡатын-ҡыҙҙар олимпия йыйылма командаһында «Ағиҙел»дең ете хоккейсыһы уйнаны. Сирекфиналда ҡыҙҙар Швейцариянан еңелеп, турнирҙа бишенсе урынды алды.
Башинформ.