Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март 2022, 16:20

Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында ярыштар дауам итә.

Кристина Резцова, Динара Әлимбәкова, Лариса Куклина, Валерия Васнецова, Виктория Сливко, Татьяна Акимова...  Был исемдәр спорт һөйөүселәр, көйәрмәндәр өсөн бик таныш. Ошо спортсылар Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында үткәрелгән ил ярыштарында ҡатнаша.

Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында  ярыштар дауам итә.
Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында ярыштар дауам итә.

Бөгөн Рәсәйҙең ирҙәр командаһынан Александр Логиновтың өсөнсө урынға сығыуы – бронза миҙал яулауы – хаҡында хәбәр иткәйнек. Тик бына башҡалар, шул иҫәптән Башҡортостан исеменән ярышҡан  Эдуард Латипов, Антон Бабиков һәм Александр Бабчин, уңышлы сығыш яһай алманы. Шуға барлыҡ өмөт гүзәл зат вәкилдәренә ҡалғайны...

Ҡатындар командаһына килгәндә, спринт ярышында тәүге ике урынды Рәсәй спортсылары бүлеште: беренселеккә – Ирина Казакевич, икенсе урынға Кристина Резцова сыҡты. Ә өсөнсө урынды Беларусь Республикаһынан Ирина Лещенко яуланы.

Дөйөм һөҙөмтәләр:

  1. Ирина Казакевич (Свердловск өлкәһе) – 23:22.8 (0);
    2. Кристина Резцова (Ханты-Манси автономиялы округы-Югра) +4.7 (1);
    3. Ирина Лещенко (Белоруссия) +11.0 (0);
    4. Динара Әлимбәкова (Белоруссия) +20.8 (2);
    5. Тамара Дербушева (Свердловск өлкәһе) +38.5 (1);
    6. Юлия Дроздова (Мәскәү өлкәһе) +42.4 (0).

Киләһе спорт ярыштары иртәнән һуң буласаҡ.

14 март:
11.00 – эҙәрлекләү уҙышы: 12,5 км – ирҙәр;
13.30 – эҙәрлекләү уҙышы: 10 км – ҡатындар.

16 март:
11.00 – ҙур масстарт: 15 км – ирҙәр;
13.30 – ҙур масстарт: 12 км – ҡатындар.

Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексына инеү бушлай. Ярыштар барышын “Матч ТВ” телеканалы тура эфирында ла ҡарарға мөмкин. Ҡарағыҙ, баһалағыҙ, янып-көйөгөҙ!

Фото: Рәсәйҙең Биатлон буйынса союзы.

https://bashgazet.ru

Автор:
Читайте нас: