Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март 2022, 09:40

Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышында — Кәрим Хәлили, Рәсәй Битлонсылар союзы кубогында белорус Смольский еңде

Башҡортостандың баш ҡалаһында Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышында Кәрим Хәлили еңеү яуланы. Биатлонсы, Свердловск өлкәһе вәкиле Кирилл Бажинды икенсе урында ҡалдырып, почет пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Өсөнсөлә — Ямал-Ненец автономиялы округы биатлонсыһы Рөстәм Ҡәйүмов.

Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышында — Кәрим Хәлили, Рәсәй Битлонсылар союзы кубогында белорус Смольский еңде
Рәсәй чемпионатының эҙәрлекләү ярышында — Кәрим Хәлили, Рәсәй Битлонсылар союзы кубогында белорус Смольский еңде

Пасьютта Рәсәй Биатлонсылар союзы кубогын Белоруссия спортсыһы Антон Смольский яуланы. Хәйер, был ярышта пьедестал белорустарҙыҡы ғына булды. Көмөш миҙал — Дмитрий Лазовскийҙа, «бронза» — Никита Лобастовта.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: