Икенсе урынды Даниил Серохвостов алды, өсөнсөлә — Кәрим Хәлили.
Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы кубогын Никита Лобастов яуланы.
«Антон Бабиковҡа айырым хуплау һүҙҙәрен белдерәм — ул һуңғаса икенсе-өсөнсө урын өсөн көрәште, ләкин бер штраф, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәл иткес булды, бөгөн уға уңыш йылмайманы. Ләкин барыбыҙ ҙа уның ныҡ һәләтле булыуын күрҙек», — тине Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.
Башинформ.