Ашҡаҙар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Март 2022, 12:00

Даниил Квят: "Был - ғәҙел булмаған ҡарар"

Формула-1 пилоты, яҡташыбыҙ Даниил Квят Халыҡ-ара автомобиль федерацияһы үткәргән донъя чемпионатында һәм башҡа ярыштарҙа ҡатнашмаясаҡ.

Даниил Квят: "Был - ғәҙел булмаған ҡарар"
Даниил Квят: "Был - ғәҙел булмаған ҡарар"

Даниил Квят FIA-ның махсус документына ҡул ҡуйыуҙан һәм милли символикаһыҙ, нейтраль статус буйынса сығыш яһауҙан баш тартты.

“Барлыҡ спорт федерацияларына һәм Халыҡ-ара олимпия комитетына мөрәжәғәт итәм: спорт сәйәсәттән ситтә ҡалырға тейеш, һәм Рәсәй спортсыларын, командаларын донъя ярыштарына индермәү - ғәҙел булмаған ҡарар, ул спорт принциптарына - үҙ-ара хөрмәткә, берҙәмлеккә, тыныслыҡҡа ҡырҡа ҡаршы килә. Тап беҙ, спортсылар, милләттәрҙе берләштереүҙә ярҙам итәсәкбеҙ”, – тип билдәләне Даниил Квят.

"Башҡортостан" гәзитенән.

 

Даниил Квят: "Был - ғәҙел булмаған ҡарар"
Даниил Квят: "Был - ғәҙел булмаған ҡарар"
Автор:
Читайте нас: