Ашҡаҙар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Апрель 2022, 10:01

Өфөнөң 450 йыллығына Фехтование үҙәген мотлаҡ төҙөрбөҙ — Башҡортостандың спорт министры

2024 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында Фехтование үҙәге төҙөү планлаштырыла. «Беҙ бергә. Спорт» түңәрәк өҫтәлендә республиканың спорт министры Руслан Хәбибов ошо хаҡта белдерҙе.

Өфөнөң 450 йыллығына Фехтование үҙәген мотлаҡ төҙөрбөҙ — Башҡортостандың спорт министры
Өфөнөң 450 йыллығына Фехтование үҙәген мотлаҡ төҙөрбөҙ — Башҡортостандың спорт министры

«Беҙ уны мотлаҡ төҙөрбөҙ», — тине министр, Токиолағы олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллинаның сығышына яуап биреп.

Дәүләт Думаһы депутаты, паралимпия чемпионы Рима Баталова Заһиҙуллинаның ошо үҙәктә балалар тәрбиәләү һәм күнекмәләр үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алыуын билдәләне. Спортсы әйтеүенсә, уның карьераһы тамамланмаған әле, ул фехтование менән шөғөлләнеүен дауам итә, фигуралы шыуыу менән мауыға, унда ла уңыштары ярайһы уҡ ҙур.

Бынан алда «Башинформ» Өфө рапирасыларының Токиолағы Олимпиадала уңышлы сығыш яһағандан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Фехтование үҙәген төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итеүе хаҡында хәбәр иткәйне. Ул саҡта Аделина Заһиҙуллина — алтын, ә Тимур Сафин көмөш миҙал яуланы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: