Ашҡаҙар
+15 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
22 Апрель 2022, 23:40

Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ!

Бөгөн Стәрлетамаҡта гөрләп "Ашҡаҙар" гәзите Кубогына (приздарына) көрәш буйынса асыҡ ҡала турниры үтте. Сара быйыл икенсегә ойошторолдо.Келәмгә республиканың төрлө ҡала-райондарынан килгән ун команда вәкиле сыҡты. Барлығы һикһәндән ашыу спорсты көс һынашты!

Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ!
Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ!

Ярыш булғас, еңеүсеһе була. Төрлө номинацияларҙа иң-иңдәрҙе билдәләгәндән һәм бүләктәр тапшырғандан һуң командалар араһында ла еңеүселәрҙе билдәләргә ваҡыт етте. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ командаһының биле ныҡ булып сыҡты һәм улар, йолаларыбыҙға ярашлы, төп көрәш бүләге - һарыҡ менән бүләкләнде!

Ошо тиклем ҙур проектты башҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәткән һәм ҡыуанысыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткереп ҡалабыҙ.

Сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмаларҙа!

Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ!
Стәрлетамаҡтарҙың биле ныҡ!
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас: