+12 °С
Ямғыр
Татарстандың баш ҡалаһында биш комплект награда уйнатылды. Ҡатнаш парлы разрядта Башҡортостан вәкилдәре Родион Алимовҡа һәм Алина Дәүләтоваға етеүсе булманы.
Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, Родион ир-егеттәр парында көмөш миҙал яуланы. «Алтын» өсөн көрәшкәндә уның партнеры Константин Абрамов (Мәскәү) беренсе геймда уҡ йәрәхәтләнде, шуға финал осрашыуын туҡтатырға тура килде.
Башинформ.