Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
18 Май 2022, 11:00

Өфөлә спорт көрәше буйынса халыҡ-ара турнир ойошторола

Башҡортостандың баш ҡалаһында 2022 йылдың 15-17 июнендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы БАГСУ Кубогына «Грэпплинг UWW» спорт көрәше буйынса халыҡ-ара турнир үткәрелә. Был турала республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Өфөлә спорт көрәше буйынса халыҡ-ара турнир ойошторола
Өфөлә спорт көрәше буйынса халыҡ-ара турнир ойошторола

Турнирҙы асыу тантанаһы 16 июндә сәғәт 11-ҙә башлана. 17 июндә финал алыштары, шулай уҡ ике тапҡыр ADCC Submission Wrestling World Championship еңеүсеһе, джиу-джитсу буйынса донъя чемпионы Джеффри Монсон һәм грэпплинг буйынса Европа чемпионы Динар Аҡмурзин ҡатнашлығында күрһәтмә сығыш була.

Ярыштар «Динамо» стадионында ойошторола. Ҡатнашыу тураһында ентеклерәк мәғлүмәтте Спорт министрлығының рәсми сайтында белергә мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: