Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Июнь 2022, 18:05

Республика уҡыусыларын боксҡа өйрәтә башлайҙар

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостанда «Мәктәптәргә – бокс» проекты индерелә. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. 

Республика уҡыусыларын боксҡа өйрәтә башлайҙар
Республика уҡыусыларын боксҡа өйрәтә башлайҙар

25 июндә – Бөтә донъя олимпия көнөндә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Бокс федерацияһы араһында республикабыҙҙа боксты үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, тип билдәләне ул.

Өфө, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Белорет һәм Стәрлетамаҡ райондары һынау режимында «Мәктәптәргә – бокс» программаһын ғәмәлгә индерә башлай, тине Руслан Хәбибов.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: