Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Август 2022, 12:53

Спортсыларыбыҙ «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында 5 юғары награда яуланы

Башҡортостандың йәш спортсылары VII «Азия балалары» халыҡ-ара спорт уйындарында өс көмөш һәм ике бронза миҙал яуланы.

Спортсыларыбыҙ «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында 5 юғары награда яуланы
Спортсыларыбыҙ «Азия балалары» халыҡ-ара уйындарында 5 юғары награда яуланы

Көмөш миҙалға дзюдосы София Белаш, мас-рестлер Кирилл Селкунов һәм боксер Тимур Шәйбәков лайыҡ булды. Бадминтонсылар Фәрхәт Шәрипов һәм Иван Меркушев Башҡортостандың йыйылма командаһына бронза наградалар килтерҙе.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владивостокта VII «Азия балалары» халыҡ-ара спорт уйындары уҙҙы. Унда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән һәм Рәсәй төбәктәренән 13-16 йәшлек 1300-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты.

«Азия балалары» уйындары дүрт йыл һайын үткәрелә. Тәүге тапҡыр 1996 йылда Саха (Яҡут) Республикаһының беренсе президенты Михаил Николаевтың башланғысы буйынса хәҙерге Олимпия хәрәкәтенең 100 йыллығы уңайынан ойошторолғайны.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: