Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Август 2022, 11:47

Республика спортсылары биатлон буйынса БДБ кубогының беренсе этабында еңеү яуланы

Сочиҙа биатлон буйынса Берҙәмлек Кубогының беренсе этабы тамамланды. Башҡортостан спортсылары шәп һөҙөмтәләр күрһәтте.

Республика спортсылары биатлон буйынса БДБ кубогының беренсе этабында еңеү яуланы
Республика спортсылары биатлон буйынса БДБ кубогының беренсе этабында еңеү яуланы

Антон Бабиков спринтта һәм масс-стартта ике алтын миҙал яуланы. Эдуард Латипов спринтта — икенсе, эҙәрлекләү ярышында өсөнсө булып килде. Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов 28 августа үҙенең телеграмма-каналында Башҡортостан биатлонсыларын еңеүҙәре менән ҡотланы.

«Спортсыларҙы, уларҙың тренерҙарын һәм биатлон һөйөүселәрҙе ошо еңеү менән ҡотлайым. Кесе йоманан егеттәр Рәсәйҙең — спорт державаһы, ә Башҡортостандың ҙур еңеүҙәр төбәге икәнен иҫбатланы», — тип яҙҙы ведомство етәксеһе.

Башинформ.
Автор:
Читайте нас: