Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Сентябрь 2022, 15:53

Стәрлетамаҡта «Мәктәптәргә - бокс» проекты эшләй башланы

Бөгөн Стәрлетамаҡҡа Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов килде. Етәксе эш сәфәре менән ҡалабыҙҙың 1-се гимназияһын килеп күрҙе һәм уҡыу йортонда «Мәктәптәргә - бокс» проектын асыуҙа ҡатнашты.

 Спорт министры башҡаларға өлгө итеп бокс буйынса  2021 йылда Европа, 2022 йылда Рәсәй беренселектәре еңеүсеһе, спорт мастеры кандидаты Мария Казакованы алып килгән ине. Спортсы күптән түгел генә шөғөлләнә башлауына ҡарамаҫтан ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән, тимәк бокс менән яңы ғына шөғөлләнә башлаған ҡыҙҙар һәм малайҙар проект ярҙамында Мария кеүек үк ҙур маҡсаттарға ирешә ала.

Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев һүҙҙәренсә, ҡалабыҙҙа 1-се гимназиянан тыш «Мәктәптәргә - бокс» проекты тағы ла алты мәктәптә быйылғы уҡыу йылында үҙ эшен башлай. Был проект бер-нисә йыл уңышлы эшләп килгән «Мәктәптәргә - спорт көрәше» проектына оҡшаш һәм шулай уҡ республика мәктәптәрендә киң йәйелдереләсәк.

Стәрлетамаҡта «Мәктәптәргә - бокс» проекты эшләй башланы
Стәрлетамаҡта «Мәктәптәргә - бокс» проекты эшләй башланы
Автор:Эльдар Фаттахов
Теги:спорт
Читайте нас: