Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2022, 14:07

«Терра Башҡортостан» турниры финалының йондоҙло ҡунағы — Эдгард Запашный

10 сентябрҙә Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында «Терра Башҡортостан» республика ат спорты турнирының финалы ойошторола. Бынан алдағы этаптарҙа еңеүсе булған башҡорт тоҡомло иң етеҙ 16 ат турнир тарихында иң ҙур бүләк — 10 миллион һум һәм Чемпионат кубогы өсөн ярыша.

«Терра Башҡортостан» турниры финалының йондоҙло ҡунағы — Эдгард Запашный
«Терра Башҡортостан» турниры финалының йондоҙло ҡунағы — Эдгард Запашный

Сараның махсус ҡунағы — танылған цирк артистары династияһы вәкиле Эдгард Запашный.

Турнирға инеү бушлай. Киске сәғәт 5-тә башлана.

«Терра Башҡортостан» республика ат спорты турниры 2019 йылдан уҙғарыла. Төп маҡсат – йылҡысылыҡты үҫтереү, республика халҡын ат спортына ылыҡтырыу, тамашасыларҙың иғтибарын ат сабыштарына йәлеп итеү.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: