Ашҡаҙар
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Октябрь 2022, 13:00

Республикала ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға тиклем артты

Башҡортостанда ауыл ерендә, эшсе ҡасабаларҙа һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа, шулай уҡ 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа спорт әҙерлеге менән шөғөлләнгән тренерҙарға 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләнә. 

Республикала ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға тиклем артты
Республикала ауыл тренерҙарына түләүҙәр 1 миллион һумға тиклем артты

Республика хөкүмәте муниципалитеттарға төбәк ҡаҙнаһынан аҡса бүлеү тәртибенә тейешле үҙгәрештәр индерҙе. Документ Башҡортостан Республикаһының рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Компенсация 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң республиканың физкультура-спорт ойошмалары менән хеҙмәт килешеүҙәре төҙөгәндәргә түләнә.

Бынан алда ауыл ерендә һәм башҡа бәләкәй тораҡ пункттарҙа эшләгән тренерҙар бер тапҡыр 600 мең һум күләмендә аҡса алды.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: