Ашҡаҙар
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Октябрь 2022, 15:22

Һәр кем спорт залдарында шөғөлләнә ала

Республикала йәшәүселәрҙең белем биреү ойошмаларының спорт залдарында шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. 

Һәр кем спорт залдарында шөғөлләнә ала
Һәр кем спорт залдарында шөғөлләнә ала

Халыҡтың спорт инфраструктураһын файҙаланыу тәртибе Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән. Премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйған документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Яңылыҡ республика милкендәге һәм тейешле объекттары булған барлыҡ белем биреү учреждениеларына ҡағыла. Исемлектә спорт һарайҙары, боҙ ареналары, спорт үҙәктәре, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндар, спорт майҙансыҡтары, спорт һәм уйын залдары, стадиондар бар.

Мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү ойошмалары етәкселеге раҫлаған тәртип буйынса дәрестән тыш ваҡытта теләгән һәр кем спорт залдарында шөғөлләнә ала. Хеҙмәттәр бушлай, льготалы һәм түләүле булырға мөмкин.

Ҡарар президент Владимир Путиндың «2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары тураһында» указына ярашлы ҡабул ителде.

#Путин

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: