Ашҡаҙар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Октябрь 2022, 11:16

Стәрлетамаҡта Башҡортостандың студент командалары араһында футбол буйынса турнир үтте

Спорт ярышы Украиналағы махсус операцияла һәләк булған Владимир Мокшиндың иҫтәлегенә арналды.

Стәрлетамаҡта Башҡортостандың студент командалары араһында футбол буйынса турнир үтте
Стәрлетамаҡта Башҡортостандың студент командалары араһында футбол буйынса турнир үтте

Футбол буйынса турнирҙы Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы ойошторған. Сөнки Владимир Мокшин мәктәп йылдарынан һуң тап ошо белем усағында белем ала.

Студент йылдарында колледж үткәргән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бигерәк тә футбол уйнарға ярата. Уҡыу йортоноң командаһы составында ҡала, республика кимәлендәге чемпионаттарҙа ҡатнаша. 2004 йылда ҡулына диплом алғандан һуң Владимир Мокшин Стәрлетамаҡ мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Ә 4 йылдан ул Ҡораллы Көстәр сафына саҡырыла һәм тормошон хәрби хеҙмәт менән бәйләй.

Яҡташыбыҙҙың ғүмере Украиналағы хәрби операцияла өҙөлә. Стәрлетамаҡтар әйтеүенсә, ҡаһарман яугирҙың исеме онотолмаясаҡ. Футбол буйынса турнир хәтер сараларының бер өлөшө. Спорт ярышында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән студент командалары ҡатнаша.

Көнө буйы дауам иткән көсөргәнешле ярышта беренсе урынды Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис, икенсе баҫҡысты Салауат индустрия, өсөнсө урынды Ишембай нефть колледжы командаһы яуланы.

Баш ньюс.

Стәрлетамаҡта Башҡортостандың студент командалары араһында футбол буйынса турнир үтте
Стәрлетамаҡта Башҡортостандың студент командалары араһында футбол буйынса турнир үтте
Автор:
Читайте нас: