Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Декабрь 2022, 18:10

ҮҘЕҢДЕ ЕҢЕҮҘӘН ДӘ ҘУРЫРАҠ ЕҢЕҮ БУЛМАЙ…

  Стәрлетамаҡта Рима Баталова призына ярыштыры үтте

Билдәле булыуынса, ҡалабыҙҙа мөмкинлектәре сикле кешеләр айырыуса иғтибарҙа. Был категорияға ҡараған граждандар тулы тормошта йәшәһен өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырыла. Шул иҫәптән спорт менән шөғөлләнеү өлкәһендә лә. Стәрлетамаҡ физкультура, идара һәм сервис  колледжында үткән адаптив физкультура буйынса “Спорт - беҙҙең тормош” фестивале лә быға быға асыҡ дәлил.

Сара 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, 18 тапҡыр Донъя чемпионы, 43 тапҡыр Европа чемпионы булған еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова призына үткәрелде. Әйткәндәй, спорттағы ҡаҙаныштары өсөн “Гиннес рекордтары китабы”на  индерелгән Рима Аҡбирҙе ҡыҙы фестивалгә үҙе лә килде.

Ошо айҡанлы  “Сода” ҡала мәҙәниәт һарайында фестивалде тантаналы асыу сараһы ла булды. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы Рима Баталова, Башҡортостан Республикаһының адаптив спорт үҙәге директоры Виталий Новцев, фестивалде ойоштороу комитеты рәйесе Миҙхәт Мусаҡаев ихлас сәләмләп, ярыштарҙа уңыштарға ирешеүҙәрен теләнеләр.

Фестивалдә республиканың 15  белем биреү ойошмалаһынан  100-ҙән ашыу сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле булған студенттар ҡатнашты. Улар “Адаптив физик культура” компетенцияһы буйынса “Абилипикс” конкурсында ярыштыл, Дартс коляскаһында ултырған килеш волейбол ярыштарында ҡатнаштылар һәм ГТО нормаларын үтәне. Был сара Башҡортостан Республикаһының коммерция булмаған ойошмаларына  Башҡортостан Републикаһы бюджетынан физкультура сараларын үткәреү өсөн  бүленгән субсидиялар нигеҙендә гранттар иҫәбенә ойошторолдо.

...Был сарала еңеүселерҙе атау дөрөҫмө икән? Легендар спортсы Рима Баталованың “Үҙеңде еңеүҙән дә ҙурыраҡ еңеү булмай” тигән ҡанатлы һүҙҙәре күптәргә ҡанат биргәндер тип уйлайым уларға, шуға һәммәһе лә еңеүсе!. Сөнки сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләр үҙҙәренең тырышлыҡтары, ныҡышмалыҡтары арҡаһында тормошта сәләмәт кешегә ҡарағанда ла бейегерәк үрҙәр яулағанын беләбеҙ. Еңел бирелмәгән еңеүҙәр  спортта йышыраҡ күҙәтелә.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Игорь ПАШИН фотолары.

 

 

ҮҘЕҢДЕ ЕҢЕҮҘӘН ДӘ ҘУРЫРАҠ ЕҢЕҮ БУЛМАЙ…
ҮҘЕҢДЕ ЕҢЕҮҘӘН ДӘ ҘУРЫРАҠ ЕҢЕҮ БУЛМАЙ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: