Ашҡаҙар
+26 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Декабрь 2022, 15:00

«Был оҙайлы юл булды» – Радий Хәбиров Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлөшө тураһында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көрәш һарайы төҙөлөшө менән танышты. Ул Муса Гәрәев, архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары менән сикләнгән кварталда төҙөлә. Спорт объектының майҙаны – 28 мең квадрат, төҙөлөш өсөн участканың майҙаны – 42,7 мең квадрат метр. Объектта төҙөлөш-монтажлау эштәре быйыл май айында башланған.

«Был оҙайлы юл булды» – Радий Хәбиров Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлөшө тураһында
«Был оҙайлы юл булды» – Радий Хәбиров Өфөлә Көрәш һарайы төҙөлөшө тураһында

Көрәш һарайында спорт һәм ирекле көрәш, самбо, дзюдо, милли көрәш, көнсығыш бергә-бер көрәше буйынса төбәк, дөйөм Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар үткәрергә мөмкин.

«Өфөләге Көрәш һарайы донъя көрәшен үҙенә йәлеп итеү үҙәгенә әүереләсәк. Ярыштарҙан тыш, бында ғилми конференциялар, оҫталыҡ кластары ойошторорға мөмкин. Ҡарар ҡабул итеп, Көрәш һарайын төҙөй башлағанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Радий Фәрит улы», – тип билдәләне Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты, олимпия чемпионы Михаил Мамиашвили.

Республика етәксеһе, ниһайәт, өсөнсө тапҡырҙан хыялының тормошҡа ашасағын билдәләп, Михаил Мамиашвилиға һәм федерацияға проектҡа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтте. 2024 йылға Көрәш һарайы биләмәһе лә төҙөкләндереләсәген билдәләне Радий Хәбиров. Биләмәлә баскетбол, волейбол, мини-футбол өсөн майҙансыҡтар, йүгереү юлдары, парковкалар төҙөү планлаштырыла.

«Был тренерҙарыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың, балаларыбыҙҙың хыялы ине. Бының өсөн оҙайлы юл үттек. Көрәш һарайына аҡса табыу, уны проектлау һәм Рәсәйҙең Спорт министрлығы менән эшләү. Төҙөүселәр объектты 2024 йылдың яҙына файҙаланыуға тапшырырға вәғәҙәләй», – тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Көрәш һарайының тәүге нигеҙ ташына капсула һалыу тантанаһы 2019 йылдың авгусында уҙҙы.

Төҙөлөштөң генераль подрядсыһы – Өфөнөң «Проектстройкомплекс» компанияһы. Төҙөлөш-монтаж эштәренең хаҡы 5 миллиард һумға баһалана.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: