Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2023, 15:04

Өфө грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын үткәрергә әҙерләнә

Февралдә  республикала грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғарыла. Турнир 6-10 февралдә Башҡортостандың Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә ойошторола.

Өфө грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын үткәрергә әҙерләнә
Өфө грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын үткәрергә әҙерләнә

Беренсе көндә мандат комиссияһы эшләй, судьялар һәм команда вәкилдәренең кәңәшмәһе була.

Башҡортостандың баш ҡалаһына 60 һәм 130 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһындағы көрәшселәр килә.

Грек-рим көрәше буйынса чемпионаттың программаһы менән Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы сайтында танышырға мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: