Чемпионатта Башҡортостандан 12 спортсы ҡатнаша. Республиканың йыйылма командаһына Белорет мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, халыҡ-ара класлы спорт мастеры Сәид-Хөсәйен Бакаев, Өфө мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, спорт мастеры Нохчо Лабазанов, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй чемпионаты призеры, донъя һәм Европа беренселеге еңеүсеһе Ислам Опиев инде. Шулай уҡ команда составында келәмгә Максим Криницин, Аркадий Арикян, Александр Чегодаев, Фәнис Вәлитов, Данила Назаров, Алан Амриев, Эрик Шамилов, Басхан Саидов һәм Адлан Әмриев сыға.
Чемпионат 7-9 февралдә уҙғарыла. Миҙалдар 10 ауырлыҡ категорияһында уйнатыла. Ярыштар Өфө ваҡыты буйынса иртәнге сәғәт 10-да башлана. Инеү ирекле.
Башинформ.