Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Март 2023, 13:26

Яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева алтын миҙалға лайыҡ булды

Башҡортостан спортсыһы, донъя чемпионы Алһыу Минәзева «Точикистон слалом опен» ишеү слалом буйынса халыҡ-ара ярыштарҙа еңеү яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр. Алһыу Минәзева каноэла ишеү буйынса шәхси ярышта беренсе урынды яуланы, тип белдерҙеләр ведомствола.

Яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева  алтын миҙалға лайыҡ булды
Яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева алтын миҙалға лайыҡ булды

Халыҡ-ара турнир Дүшәнбе ҡалаһынан алыҫ түгел Варзоб йылғаһында уҙа. Ярыштарҙа Таиланд, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Һиндостан һәм Рәсәй командалары ҡатнаша.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов та әлеге ваҡытта ярыштар барған урында. Ул Алһыу Минәзеваны еңеүе менән ҡотланы.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: