Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Спорт
5 Апрель 2023, 13:15

Улар спорттан айырылмаҫ булды…

Стәрлетамаҡ Пахомов, Подобный, Куликовты бер ҡасан да онотмаҫтыр ул. Улар өсөһө лә ҡалабыҙҙа ҡабатланмаҫ эҙ ҡалдырған шәхестәр. Был өс дуҫ яҡты донъяларҙан бер-бер артлы киттеләр.

Хәтер тигәндән, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында үткән баскетбол турниры оҙаҡ йылдар “Набат” йәмәғәтселек ойошмаһын етәкләгән Александр Подобныйҙың яҡты иҫтәлегенә арналды.

Әйтергә кәрәк, ярышта ҡатнашыусыларҙың тырышлығы бушҡа булманы. Һөҙөмтәлә “Ветерандар” командаһы өсөнсө урынға, БСК командаһы  икенсе урынға сыҡты. Ә Стәрлетамаҡтың “Киттар” командаһы беренсе урын яуланы.

Стәрлетамаҡ халҡы үҙенең шәхестәре хаҡында ошондай саралар аша ла йәш быуынға бәйән итеп тороуы үҙе иғтибарға лайыҡ. Шуныһын да билдәләү мөһим: Александр Подобный һәр ваҡыт спортты үҫтереүгә, йәш быуынды илһөйәрлек рухта тәрбиәләүгә ҙур көс һалды, баскетбол уйынын үҙе лә ярата ине – улар спорттан айырылмаҫ  булды. Был турнир иһә уйынсылар һәм көйәрмәндәр күңелендә уның яҡты иҫтәлеге булып нығынды.

Р. ҒӘЛИМОВА.

Фото ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Улар спорттан айырылмаҫ булды…
Улар спорттан айырылмаҫ булды…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас