Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Спорт
22 Июль 2023, 13:00

Официанттар ҙа сурдлимпия ҡунаҡтарын ҡаршыларға әҙер

Официанттар ҙа сурдлимпия ҡунаҡтарын ҡаршыларға әҙерОфицианттар ҙа сурдлимпия ҡунаҡтарын ҡаршыларға әҙер
Официанттар ҙа сурдлимпия ҡунаҡтарын ҡаршыларға әҙер

Өфө ресторандары официанттары ым-ишара телен өйрәнә. Был тиҙҙән Өфөлә башланасаҡ “Беҙ бергә. Спорт” йәйге Сурдлимпия уйындарына бәйле.

23 июлдә – 2 августа республикабыҙ баш ҡалаһына донъяның 30 иленән киләсәктәр. АҠШ, Бразилия, Франция, Төркиә, Испания, Израиль, Кения, Филиппин, Бахрейн, Иран, Ираҡ, Вьетнам һәм башҡа илдәр вәкилдәрен ҡаршы алырға баш ҡалабыҙҙың биштән кәм булмаған рестораны официанттары әҙерләнә.

Рәсәй Һаңғырауҙар йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе. Хәҙер халыҡтарҙы урындағы аш-һыу ғына түгел, аралашыуҙа ниндәй ҙә булһа сиктәрҙең һәм ҡаршылыҡтарҙың булмауы ла берләштерә.    

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2023-07-22/ofitsianttar-a-er-3351330

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас