Өфөлә үткән халыҡ-ара марафонда Стәрлетамаҡ табибы 1-се урын яулаған.
1-се ҡала клиник дауаханаһының перинаталь үҙәге мөдире Радик Латипов 42 километрлыҡ дистанцияла 2:39-16 һөҙөмтәһе менән беренсе килгән.
- Был ысын мәғәнәһендә спорт байрамы, фекерҙәштәр, спортсылар, ғөмүмән Башҡортостан Республикаһында йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар менән осрашыу булды, - ти Радик Зинур улы.
Көҙҙөң беренсе йәкшәмбеһендә Өфөлә халыҡ-ара марафон үткәреү матур йолаға әйләнде. Быйыл был сарала 26 илдән һәм Рәсәйҙең 200 ҡалаһынан килгән 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Стәрлетамаҡ табибының беренсе булыуы – ҡалабыҙ өсөн дә, Башҡортостан өсөн дә ҙур мәртәбә ул!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: 1-се клиник дауахана сайтынан алынды.