Ашҡаҙар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Сентябрь 2023, 17:00

Республикабыҙ спортсыһы - гер спорты буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә көмөш призер

Яҡташыбыҙ Розана Кашапова гер спорты буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә көмөш миҙал яуланы. Был хаҡта Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушевтан билдәле булды. Спортсы ҡыҙ ошо районда тыуып үҫкән.

Республикабыҙ спортсыһы  - гер спорты буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә көмөш призер
Республикабыҙ спортсыһы - гер спорты буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә көмөш призер

Ярыштар 7-12 сентябрҙә Үзбәкстандың Хиуа ҡалаһында уҙҙы. Унда донъяның 21 иленән 600-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Республикабыҙҙы Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы, Рәсәйҙең спорт мастеры Розана Кашапова күрһәтте. Әйткәндәй, спортсыларыбыҙ был ярышта рәсми гимн һәм милли йыйылма команданың флагы менән сығыш яһаны.

Республикабыҙ спортсыһы  - гер спорты буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә көмөш призер
Республикабыҙ спортсыһы - гер спорты буйынса донъя чемпионатында һәм беренселегендә көмөш призер
Автор:
Читайте нас: