Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, улар тәүге тапҡыр Азия континенты чемпионатында сығыш яһаны, ә Ләйлә Табермакова шахмат буйынса Азия чемпионы исемен яуланы. Өфөнөң «Толпар» клубы тәрбиәләнеүсеһе 14 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар континент чемпионатында беренсе урынды алды.
«Ярыштар Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә уҙҙы. Ләйлә Табермакова Рәсәйҙең йыйылмаһы составында сығыш яһаны, шахматсыларыбыҙ Рәсәй флагы аҫтында уйнаны», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында.