Ашҡаҙар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март , 10:59

АЛЕКСАНДР ПОДОБНЫЙ ИҪТӘЛЕГЕНӘ ТУРНИР

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Өфө дәүләт нефть техник университетының Химик технологиялар һәм инжиниринг институтында Чечен Республикаһындағы «Набат» ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашыусылар союзы» йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе рәйесе Александр Анатольевич Подобный иҫтәлегенә, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә арналған баскетбол буйынса турнир асылды.

Турнирҙы асыу тантанаһында Александр Анатольевичтың апаһы Наталья, «Набат» йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илдус Мәнәпов, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Өфө дәүләт нефть техник университетының Химик технологиялар һәм инжиниринг институты директоры Владимир Ильин, Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр һәм махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашты.

Ярышта ҡатнашыусыларҙы «Набат» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары һәм әлегег ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар исеменән Илдус Мәнәпов сәләмләп үтте.

- Турнир быйыл икенсе йыл рәттән ойошторола. Ул йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бүлгән, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың туғандарына ярҙам иткән, йәмәғәт эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашҡан Александр Подобный иҫтәлегенә бағышлана, - тине Илдус Фәвил улы.

Баскетбол турниры әлеге ваҡытта илебеҙҙе һаҡлап алғы сафта булған хәрбиҙәрҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Һалдаттарыбыҙ менән бергә булыуыбыҙҙы, яҡташтарыбыҙҙың батырлыҡтары бер ҡасан да онотолмаясағын ошондай саралар аша дәлилләйбеҙ. Спорт ярышында ҡатнашыусылар, көйәрмәндәр һәләк булған һалдаттарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алып үтте. Баскетбол турниры 25 мартҡа тиклем дауам итә.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: