Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Апрель , 09:32

ҠАРҘАР ИРЕП, ФУТБОЛ ЯЛАНДАРЫ АСЫЛҒАС...

Бына бит футбол миҙгеле лә башланды, Кочетов урамында урынлашҡан футбол майҙанында 2011-2012 йылғы малайҙар командалары “Zа наших!” турнирында көс һынашты. Стәрлетамаҡтар футбол ярата, был спорт төрөн электән үк халыҡ уйыны итеп ҡабул итәләр ҡалабыҙҙа.

ҠАРҘАР ИРЕП, ФУТБОЛ ЯЛАНДАРЫ АСЫЛҒАС...
ҠАРҘАР ИРЕП, ФУТБОЛ ЯЛАНДАРЫ АСЫЛҒАС...

Оҙайлы ҡыштан һуң кубок һәм миҙалдар өсөн көрәшеү йәш спортсыларға танһыҡ булып тора. Был турнир ҙа үҙенсәлекле әһәмиәткә эйә, сөнки уны ойоштороусы булып “Авангард” заводы һәм Рәсәй Федерацияһының Оборона министрлығының 145-се хәрби вәкиллеге тора. Турнир махсус хәрби операция барышында һәләк булып ҡалған яугирҙар иҫтәлегенә бағышланды.
Ярышта ҡатнашырға килгән һигеҙ команда һәм көйәрмәндәрҙе “Авангард” федераль ҡаҙна предприятиеһы генераль директоры Станислав Шевчук, 145-се хәрби подразделениеның өлкән инженеры Валентин Бардин сәләмләп үтте.
Гимн яңғырап, судья һыҙғыртып уйын башланыуын ишаралау менән командалар туп өсөн сәмле ярыш башланы. Һәр кем үҙ оҫталығын күрһәтте, спорт – спорт инде, еңеүҙәр еңел бирелмәй. Һәр уйын да үҙенсәлекле булды, командалар бер тигеҙ уйын күрһәтергә тырышты. Шул уҡ ваҡытта еңә биреп, осрашыуҙың һуңғы минуттарында еңелеүгә дусар ителгәндәр ҙә булды. Уйын һөҙөмтәләре буйынса беренсе урында – “Зенит”, икенсе урында “Молнии”, өсөнсө урында 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы булды. Айырып әйткәндә, спорт белгестәре икенсе урын алған “Молнии” командаһын юғары баһаланы, сөнки был команда спортсылары йәшнәп тигәндәй, призерҙар исемлегенә килеп ингән, элегерәк команда бындай уңыштарға өлгәшмәгән булған. Тимәк, турнир яңы асыштар яһаны. Ә шәхси күрһәткестәргә килгәндә, Егор Бардин, Радмир Кубдыбаев, Булат Мансуров, Харитон Журенков турнирҙың иң яҡшы уйынсылары булып танылды.
Һәләк булып ҡалған яугирҙарыбыҙҙың рухтарына бағышланған турнир яңы исемдәр генә асып ҡалманы, футбол миҙгеленә старт бирҙе тиһәң дә була. Йорт алдарында, уҡыу йорттары биләмәләрендәге спорт майҙансыҡтарында футбол ҡапҡалары араһында туп тибеп, йүгереп, спорт менән шөғөлләнгән малайҙар менән тулыр. Тап шундай сәмле егеттәр күберәк булһын ине. Улар араһынан чемпиондар ҙа сығыр!..

ҠАРҘАР ИРЕП, ФУТБОЛ ЯЛАНДАРЫ АСЫЛҒАС...
ҠАРҘАР ИРЕП, ФУТБОЛ ЯЛАНДАРЫ АСЫЛҒАС...
Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: