Ҡәләмде кеҫәгә һалып, саңғыны аяҡҡа тағып мин дә киттем ярышырға.
Ярышта Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Күмертау ҡалаларынан, Стәрлебаш, Ауырғазы, Ғафури райондарынан командалар, барыһы 250 кеше ҡатнашты. Сараны асыу тантанаһында почетлы ҡунаҡтар ҡатнашты, улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы булды.
Ул ярышта ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп:
– Был ярыш – Ватаныбыҙҙы яҡлаусы һәр кемгә хөрмәт күрһәтеү. Бер-беребеҙгә һәм яугирҙарыбыҙға ярҙам итеп торайыҡ, сөнки бергә – беҙ көс. Геройҙар иҫтәлегенә лайыҡлы булырға һәм һәр ваҡыт яҡлаусыларыбыҙҙың батырлыҡтарын иҫтә тоторға тейешбеҙ. Тыуған илебеҙҙе һаҡлаусыларға дан! Барыһына ла уңыштар, ярыштарҙа еңеүҙәр теләйем, – тине.
Еңеүселәр төрлө йәш категорияларында билдәләнде. Балалар араһында Лидия Ғәлиева, Виктория Иванова (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Данияр Фәйзуллин (Стәрлетамаҡ районы), Злата Ярославцева, Салауат Кәлимғолов, Кәрим Кәлимғолов (Мәләүез ҡалаһы), Станислав Андреев (Стәрлетамаҡ политехних колледжы), Вилена Сәмиғуллина (2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе) беренселекте яуланылар. Өлкәндәр араһында – Арина Леманова, Андрей Андреев, Марат Кәримов, Ольга Аксенова, Айгөл Андреева, Рушан Хөснөтдинов (Стәрлетамаҡ ҡалаһы), Әнисә Ғәлимова, Розалия Дәүләтбаева (Красноусол ауылы), Шамил Абдуллин (Ишимбай ҡалаһы), Виталий Кузнецов (Салауат ҡалаһы).
Шәхсән үҙемә еңеүселәр рәтенә инеү бәхете теймәне. Шулай ҙа беренселекте алғандар өсөн ҡыуанып, саңғыла үткән өс километр аралыҡта тәнгә лә шифа алып ҡайттым. Бындай шәп сараны ойоштороусыларға афарин!
Гүзәл РӘМИЕВА.
Автор фотолары.