Ашҡаҙар
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Июнь 2025, 16:25

ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ВАТАНДЫ ЯҠЛАУҒА ӘҘЕР

2025 йылдың 20 июнендә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары араһында ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының йәйге фестивале старт алды. Республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан 38 команда үҙҙәренең көсөн, оҫталығын һәм сыҙамлылығын күрһәтеү өсөн йыйылды.

ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ВАТАНДЫ ЯҠЛАУҒА ӘҘЕР
ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ВАТАНДЫ ЯҠЛАУҒА ӘҘЕР

2025 йылдың 20 июнендә Стәрлетамаҡта Башҡортостан Республикаһы уҡыусылары араһында ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының йәйге фестивале старт алды. Республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан 38 команда үҙҙәренең көсөн, оҫталығын һәм сыҙамлылығын күрһәтеү өсөн йыйылды. Уларҙы ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Артур Рәзил улы Ғафаров, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин, Төбәк операторы етәксеһе Альфред Илдус улы Рәхимуллин, Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы Миҙхәт Биктимер улы Мусаҡаев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Павел Александрович Иванов, Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Мансаф улы Ҡотлошин ихлас ҡотлап, ғәҙел еңеүҙәр теләне.

 Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә Дөйөм белем биреү ойошмалары араһында “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының йәйге фестивале сиктәрендә, Спорт марафонының беренсе көнө республиканың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан йөҙҙәрсә ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ҡатнашыусылар иҫәбендә — Өфө, Стәрлетамаҡ, Шишмә, Күмертау, Нефтекама, Бәләбәй, Октябрьский ҡалаларының, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Бишбүләк, Саҡмағош, Күгәрсен, Ҡариҙел, Әбйәлил, Ишембай һәм Башҡортостандың башҡа район-ҡалаларынан уҡыусылар йыйылды. Фестивалдең беренсе көнөндә ҡатнашыусылар электрон ҡоралдан атыу һәм дөйөм физик әҙерлек буйынса һынауҙар үтте.        

Бөтә нормативтар ҙа ГТО комплексына ярашлы үткәрелде һәм уҡыусыларҙың йәш баҫҡыстарына тап килде. Фестиваль сиктәрендә балаларға барлығы һигеҙ һынау үтергә кәрәк ине: 60 метрға йүгереү, 3000 метрлыҡ кросс, кәүҙәне 1 минут күтәреү, ҡулдарҙы бөгөү-йәйеү (ҡыҙҙар) / тартыу (егеттәр), 50 метрға йөҙөү, электрон ҡоралдан 10 метр алыҫлыҡҡа атыу, гимнастика эскәмйәһендә алға ауыш, оҙонлоҡҡа һикереү. Ә ярыштарҙың икенсе көнөндә ҡатнашыусылар 60 метрға йүгереү буйынса нормативтарҙы үтәне, шулай уҡ ГТО-ның динамик эстафетаһында ҡатнашты. Ярыштар юғары кимәлдәге физик әҙерлек, сыҙамлылыҡ һәм бөтә ҡатнашыусыларҙың команда менән үҙ-ара эш итеүен күрһәтте. Көндөң икенсе яртыһында ярыштар һыуҙа дауам итте. Спортсылар дистанцияларҙы ышаныслы үтеп, техника, көс һәм һөҙөмтәгә ынтылыш күрһәтте. Миҙгелде тантаналы ябыуҙа команда зачетына йомғаҡ яһалды. Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса урындар түбәндәгесә бүленде: ҡала округтары араһында: 1-се урын — Күмертау ҡалаһы, 2-се урын — Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 3-сө урын — Нефтекама ҡалаһы. Ҡала биләмәһе булған муниципаль райондар араһында:1-се урын — Яңауыл районы, 2-се урын — Белорет районы, 3-сө урын — Бәләбәй районы.

Ауыл биләмәһе булған муниципаль райондар араһында:1-се урын — Ғафури районы,  2-се урын — Краснокама районы, 3-сө урын — Иглин районы.

Фестиваль спорт формаһын тикшереү генә түгел, ә ҡатнашыусылар өсөн еңеүгә ынтылыш һәм ныҡышмалылыҡ күрһәтеү мөмкинлеге лә булып тора. Ул хеҙмәткә һәм обороноға әҙерлек комплексы нормативтары ғына түгел, ә сәләмәт һәм әүҙем быуынды тәрбиәләүҙең мөһим өлөшө булыуын раҫланы. Бөтә еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ла ихлас ҡотлайбыҙ! Алда — яңы старттар һәм ҡаҙаныштар көтә!

Римма ҒӘЛИМОВА.

 Автор фотолары.

Ҡатнашыусылар фекере:

 Фәтих Сәфиуллин – көрәш буйынса тренер (Әбйәлил районы) :

— Беҙ ярыштарға 4 ҡыҙ, 4 егет алып килдек. Улар районда иң-иңдәре булып танылды ла инде. Әле улар атыу, дөйөм физик әҙерлек, оҙонлоҡҡа һикереү, һығылмалылыҡҡа күнегеүҙәр үтеп өлгөрҙө. Әлбиттә, еңеүгә өмөтләнеп килдек. “Артек”ҡа юллама – һәр ҡатнашыусы өсөн дәртләнерлек бүләк!

Илшат Ҡотлошин, ҡала мәғариф бүлеге начальнигы:

— Балалар йүгереүҙә, һикереүҙә, турникта күтәрелеүҙә, йөҙөүҙә һәм ГТО-ның башҡа нормативтарында ярышты. Төп бүләк — легендар “Артек” лагерына путевка. Әлеге лагерҙа 2025 йылдың сентябрендә фестиваль финалы үтәсәк. Әммә ярыштар миҙал өсөн көрәш кенә түгел, ә дуҫлыҡ, спорт һәм ысын хистәр өсөн дә! Ҡатнашыусыларыбыҙҙы яҡлайбыҙ, йәш спортсыларға ярҙам итәбеҙ һәм уларға сағыу еңеүҙәр теләйбеҙ! Һәр кем мөмкин тиклем күберәк көс һалып, Башҡортостанда ысын чемпиондар үҫеүен иҫбатлаһын ине!

 

 

 

 

 

ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ВАТАНДЫ ЯҠЛАУҒА ӘҘЕР
ХЕҘМӘТКӘ ҺӘМ ВАТАНДЫ ЯҠЛАУҒА ӘҘЕР
Автор: Римма Галимова
Читайте нас