15 августа Стәрлетамаҡта төнгө велоуҙыш ойошторолдо, унда 3,7 мең кеше ҡатнашты. Кемдер тәүге тапҡыр, ә ҡайһы берәүҙәре был файҙалы сарала йыл һайын ҡатнаша. Старт алдынан ҡатнашыусыларҙы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Михаил Григорьев ихлас ҡотланы һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырҙы. Колонна 21:30 сәғәттә ҡаланың театр-концерт берләшмәһе алдындағы майҙанында старт алды. Теркәлгәндән һәм йыйылып бөткәндән һуң велосипедсылар Ленин проспекты, Хоҙайбирҙин һәм Коммунистик урамдары, шулай уҡ Октябрь проспекты буйлап К.Моратов урамына тиклем һәм кирегә юл үтте. Маршрут шул уҡ майҙанда тамамланды, унда ҡатнашыусылар fresh band кавер-төркөмө сығышын рәхәтләнеп ҡарай алды һәм саранан ыңғай тәьҫораттар алып, өйҙәренә күтәренке кәйефтә таралышты.
Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡатнашыусыларға мөрәжәғәтендә билдәләүенсә, велоуҙыш эш аҙнаһы тамамлауҙың бик яҡшы ысулы булып тора, ул йылы һәм дуҫтарса мөнәсәбәттә үтте."Төнөн велосипедта йөрөү ҡала халҡына онотолмаҫ тәьҫораттар һәм киске Стәрлетамаҡҡа яңыса ҡарарға мөмкинлек бирҙе", — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ҡала башлығы, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдереп.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, профессиональ һәм балалар-үҫмерҙәр спортын үҫтереү өсөн стадиондарҙы, күп функциялы комплекстарҙы һәм мәктәптәрҙе реконструкциялау, тулыландырыу һәм төҙөү буйынса программалар ҡаралған. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Һүҙ сарала ҡатнашыусыларға:
Илшат ҒӘТИӘТУЛЛИН:
— Беҙ улым Эмир менән Отрадовканан килдек. Бөгөнгө велоуҙышта беренсе тапҡыр ҡатнашабыҙ.
Екатерина ЯКОВЛЕВА:
— Ҡалабыҙҙа был сара башланғандан алып ҡатнашам. Был спорт төрөнөң йыл һайын ҡабатланып тороуы һәм йылдан-йыл күберәк ҡала халҡын ылыҡтырыуы шатландыра. Сөнки спорт — тормош нормаһы ул.